Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында әүҙем йәштәр йыйылып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышты.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә Мөрәжәғәтнамәгә йәштәр күҙлегенән баһа бирелеп, улар өсөн мөһим булған йүнәлештәр – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, сәләмәт тормош алып барыу, карьера булдырыу һ.б. – тикшерелде.
Сараға эксперттар рәүешендә республика парламенты депутаттары, йәштәр эштәре буйынса белгестәр, ғалимдар, уҡытыусылар саҡырылғайны.