Инвестиция ҡеүәһен арттырыу маҡсатында16.01.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында капитал һалыуҙар рәүешендә тормошҡа ашырылған инвестиция эшмәкәрлеге тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Документ республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты төшөнсәһен билдәләү маҡсатында эшләнгән. Ул төбәктең инвестиция ҡеүәһен арттырыуға, инвестиция шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Закон проектында тәҡдим ителгән үҙгәрештәр Башҡортостан ҡануниәтен ҡулланыуға берҙәм ҡараш булдырыуға, инвесторҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итәсәк.





Вернуться назад