Ҡыйғыла – яңы етәксе16.01.2019
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Ҡыйғы районы ҡоролтайының отчет-һайлау ултырышында ҡатнашты.

– Халыҡтың район тормошона битараф булмауы ҡыуандырҙы. Ултырышта ҡатнашыусылар эскелек һәм ауылда үҙ эшеңде асыу кеүек мәсьәләләр буйынса әүҙем фекер алышты, район етәкселеге менән бергә һорауҙарға яуап эҙләне. Ҡыйғы районында 17 мең самаһы кеше йәшәй, шуның ете меңдән ашыуы – башҡорттар. Бик аҙ уҡыусылар ғына туған теле булараҡ башҡорт телен һайлай. Мәҫәлән, 1-се мәктәп-лицейының ни бары һигеҙ беренсе класс уҡыусыһы башҡорт телен өйрәнә. Ултырышта ҡатнашҡан уҡытыусылар әйтеүенсә, әгәр ата-әсәләр теләк белдерһә, был һан 25-кә, хатта 30-ға етер ине.

Шулай уҡ яҡшы яңылыҡ та бар: район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов йәмәғәт ойошмаһына айырым бүлмә бирергә һәм ҡоролтай эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, – ти Данир Әхмәҙулла улы.

Ауылдарҙан йыйылған 37 делегат, район хакимиәте вәкилдәре, ағинәйҙәр һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре күпселек тауыш менән район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп Раян Һиҙиәт улы Ҡотдосовты һайлаған.




Вернуться назад