Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объекттар һәм өлөшсөләр менән үҙ-ара эш итеү буйынса мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Уның әйтеүенсә, 2018 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙа фатирҙар бүленә. Былтыр августан алып 500-ҙән ашыу гражданға алданған өлөшсөләр өсөн “ҡыҙыу элемтә” нигеҙендә консультация бирелгән. Ведомство вәкилдәре “Миловка паркы” һәм “Яңы Булгаков” торлаҡ комплекстарында проблемалы объекттар төҙөү барышын тикшерҙе, төҙөүселәр, өлөшсөләр ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.
Төбәк етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы, әле проблемалы йорттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса финанс-иҡтисади схемалар тикшерелә. Инициативалы төркөм вәкиле Зөлфиә Ғайсина әле профилле комитет, төҙөүсе ойошмалар һәм өлөшсөләр араһындағы һөҙөмтәле аралашыуҙың яйға һалыныуы тураһында хәбәр итте.