“Йәшел карта”... “Ҡыҙыл төймә”... Ни өсөн кәрәк улар?14.01.2019
“Йәшел карта”... “Ҡыҙыл төймә”... Ни өсөн кәрәк улар?Быйыл тәүге кварталда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Таҙа ил” проекты өр-яңы ике экологик сервисты – “Йәшел карта” менән “Ҡыҙыл төймә”не ғәмәлгә индерә.

“Йәшел карта” – полигондарҙы рекультивациялау, һыу таҙартыусы махсус ҡоролмалар төҙөү, шулай уҡ һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауға һәм таҙартыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса ысын хәлде сағылдырған күп яҡлы интерактив карта. “Ҡыҙыл төймә” майҙансығында иһә теләге булған һәр кеше тирә-яҡ мөхит проблемалары, мәҫәлән, һауаны, һыуҙы бысратыу, рөхсәтһеҙ асылған сүплектәр һәм башҡа тәртип боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн махсус форманы тултырырға кәрәк. Уның нигеҙендә тейешле күҙәтеү ведомствоһына хат ебәрелә.

Бынан тыш, партия проекты ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына мониторингты тормошҡа ашыра. Тикшеренеү һөҙөмтәләре февралдә дөйөмләштереләсәк.





Вернуться назад