Кисә Федераль урман хужалығы агентлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
“Рослесхоз” сайтында хәбәр ителеүенсә, документҡа агентлыҡ етәксеһе Виктор Масляков һәм республика Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған. Килешеү яҡтарҙың урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә үҙ-ара эш итеүенә ҡағыла. Һүҙ тәү сиратта 2012 йылда урманды һаҡлау һәм тергеҙеү тураһында бара. Бынан тыш, документ урман хужалығы белгестәрен уҡытыуға, уларҙың квалификацияһын күтәреүгә һәм ҡайтанан әҙерләүгә булышлыҡ итеүҙе күҙаллай.
“Рослесхоз” урмансылыҡ йүнәлешендәге урта һөнәри белем биреү төбәк учреждениеларын уҡытыу-методик йәһәттән тәьмин итеүҙә ҡатнашырға йөкләмә ала.
М. Хәбибуллина.