Итальяндар килә26.05.2012
Хәбәр итеүебеҙсә, 29 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышы үтә. Ошо уңайҙан сараны үткәреү мәсьәләләренә, унда ҡараласаҡ тематик һөйләшеүҙәргә йүнәлтелгән махсус үҙәк эш башланы. Белгестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем 8-937-499-59-11 телефоны аша һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә әҙер.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, форум Италия эшҡыуарҙары өсөн республика менән яҡындан танышыу мөмкинлеген бирәсәк. Башҡортостан йүнселдәре лә был сараны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтә. Әлеге көндә республиканың 40 муниципаль берәмегенән 300-ҙән ашыу урта һәм бәләкәй бизнес вәкиле ултырышта ҡатнашырға теләк белдергән. Форум сиктәрендә, пленар ултырыштарҙан тыш, тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр, ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса Италия һәм Рәсәй эшҡыуарҙарының осрашыуҙарын уҙғарыу күҙаллана. Бынан тыш, ике яҡ араһында тура бәйләнеш булдырыу маҡсатында предприятиеларға танышыу сәфәре ойошторола.
— Был сара беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Тәүге тапҡыр Рәсәй төбәктәренең береһенә ошондай ҙур танышыу сәфәрен ойошторабыҙ, — ти Италияның Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе сауҙа советнигы Леонардо Бенчини.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад