Юлда кәртәләр кәрәкмәй26.05.2012
24 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика Советы ултырышы булды. Ул бәләкәй бизнесҡа ҡыйынлыҡ тыуҙырған административ кәртәләрҙе бөтөрөү мәсьәләләренә арналды.
Хөкүмәт башлығы, Совет рәйесе Азамат Илембәтов, һөйләшеүҙе асып, бәләкәй бизнес алдында торған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүҙең көнүҙәклеген билдәләне, иҡтисадтың ошо тармағын үҫтереүҙә дәүләттең ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бығаса йәшәп килгән административ кәртәләр үҙенсәлеге мәсьәләләре республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуға контроллек итеүсе Совет ултырышында күтәрелгәйне. Әлеге ултырышта Петр Бобылев тикшереү йомғаҡтары менән таныштырҙы. Уның сығышында, етешһеҙлектәр менән бер рәттән, аныҡ тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Азамат Фәттәх улы тейешле органдарға ошо тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса сара күрергә ҡушты.
Совет ултырышында дәүләт органдары етәкселәре, прокуратура вәкилдәре, эшҡыуарҙар сығыш яһаны.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад