Ит менән һөт баҙарында хәл нисек?26.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Благовещен районында булып ҡайтты.
Яңы Надеждин ауылында ул “Нива” ауыл хужалығы кооперативының ырҙын табағы эше менән танышты. Уны яңы уңыш ҡабул итеүгә әҙерләйҙәр. Предприятие һөтсөлөк, ужым һәм яҙғы культуралар, күп йыллыҡ үлән үҫтереү менән шөғөлләнә. Бында 150 кеше эшләй.
Рөстәм Хәмитов аграрийҙарға ит етештерергә тәҡдим итте, сөнки 23 майҙа ит малсылығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев етәкселегендә Брянск өлкәһендә үткән кәңәшмәлә, беҙҙең илдәге барлыҡ һыйыр малының ике генә проценты ит етештереү маҡсатында аҫрала, тип билдәләнде. Шуға күрә был йүнәлештең киләсәге бар. Ләкин фермерҙар Башҡортостанда бер генә эре ит комбинатының да республика етештереүселәренең итен генә ҡабул итмәүе, ситтән килтерелгән сеймал менән эшләүе хаҡында һөйләне.
Президент һөт баҙарындағы хәлдәр менән дә ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, һөткә хаҡ динамикаһы фермерҙар файҙаһына түгел икән. “Ауыл хужалығында аҡсаны уйлап тотонорға өйрәнергә, хужалыҡты иҡтисади хәүефтән ҡурсалау өсөн бер юлы бер нисә йүнәлеште үҫтерергә кәрәк”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ошо уҡ хужалыҡта Башҡортостан Президенты һөтсөлөк фермаһының йәйге лагерын ҡараны. Благовещен районының ҙур фермер хужалыҡтары етәкселәре менән осрашып, 2012 йылда көтөлгән уңыш, техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуҙа аграр өлкәне субсидиялау мәсьәләләре хаҡында һөйләште. Республика башлығы, төбәк агросәнәғәт комплексын өҫтәмә хаҡы юғары булған продукция етештереүгә йүнәлтеү зарур, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Ауыл хужалығында өҫтәп яҙыуҙарҙы еңеп сыға алдығыҙмы?” — тигән һорауға фермерҙарҙың яуабы төрлөсә яңғыраны.
Президент Успенск Изге Георгий ирҙәр монастыры биләмәһендә барған яңы бина төҙөлөшө менән танышты. Төҙөүселәр әйтеүенсә, эш ике айҙан тамамланасаҡ.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад