Леонид Рошаль етәксе хаҡында ниндәй фекерҙә?10.01.2019
“Аксаков шыршыһы-2019” байрамына Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль дә саҡырылғайны. Уға республика етәксеһе Радий Хәбиров айырым рәхмәт белдерҙе.

Табип билдәләүенсә, бөгөнгө эшҡыуарҙарҙың проблемалары бихисап, шуға ҡарамаҫтан, улар мәрхәмәтлек менән ихлас шөғөлләнә, мохтаждарға ярҙам итеүгә ваҡытын йәлләмәй. Был ғәмәл бөтөн йәмғиәтебеҙҙә өлгө булараҡ таралырға тейеш.

Леонид Рошаль шулай уҡ республикалағы ыңғай күренештәрҙе баһаланы.

– Һеҙгә килгәндә, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күрәм, – тине ул. – Яңы етәксегә ышанысым ҙур. Ул йомшаҡ түгел, ҡаты, һәм был дөрөҫ тә. Проблемаларҙы күрә, республиканы белә. Уға уңыштар теләйем.


Вернуться назад