Башҡортостанда йәшәүселәр халыҡты хеҙмәтләндергән муниципаль берәмек эшмәкәрлеген интернет аша баһалай ала.
2019 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында, муниципалитеттарҙың рәсми сайттарын ҡулланып, халыҡтан һорау алыу ойоштороласаҡ. Унда порталда теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала.