Быйыл 12-13 мартта Мәскәүҙә Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре үткәрелә. Рәсәй парламентының юғары палатаһы майҙансығында республика менән таныштырыу сараһы, комитеттарҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары менән киңәйтелгән ултырыштары, осрашыуҙар республиканың 100 йыллығына арнала.
– Федерация Советы комитеттарының киңәйтелгән ултырыштарында республиканың стратегик үҫешен, Башҡортостан иҡтисадында өҫтөнлөклө проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, башҡа төбәктәргә таратылырлыҡ иң яҡшы тәжрибәне тикшереү күҙаллана, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Беҙ шулай уҡ Рәсәй субъекттары бюджеттарының тигеҙлеге, төбәк һәм федераль ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләләрен дә күтәрергә ниәтләйбеҙ.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе әйтеүенсә, Федерация Советында төбәктәр менән ошо рәүешле таныштырыу саралары иҡтисад һәм социаль сәйәсәт өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырырға, субъекттарға федераль аҡсаны йәлеп итергә, биләмәләрҙең инвестиция ҡеүәһен арттырырға булышлыҡ итә.