Кем ул Роман Симандуев?10.01.2019
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы яңы Тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Роман Симандуев тәғәйенләнде. Ул 15 ғинуарҙа эш башлаясаҡ.

Әлегә тиклем бер нисә йыл Кремлдә Эске сәйәсәт идаралығында референдум булып эшләгән Роман Симандуевтың Рәсәй министрлыҡтары һәм ведомстволарындағы бөтә чиновниктар менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге бар, тип билдәләйҙәр республика Хөкүмәтендә.

Радий Хәбиров яңы вәкил алдына ябай һәм аңлайышлы бурыс ҡуйҙы: мөмкин тиклем күберәк федераль программаларҙа ҡатнашып, Башҡортостанға күпләп федераль аҡса йәлеп итеү.





Вернуться назад