Советник итеп тәғәйенләнде09.01.2019
15 ғинуарҙан алып Фәрхәд Самедов Башҡортостан Башлығының сәнәғәт һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса советнигы итеп тәғәйенләнә. Әйткәндәй, был эште ул бушлай, йәмәғәтселек башланғысында алып барасаҡ.

Икенсе указ менән Фәрхәд Самедов Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды. Тулы хоҡуҡлы вәкил бурыстарын ул 2018 йылдың июленән алып башҡара ине.




Вернуться назад