Дәүләт Думаһы депутаттары «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Был проектты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән һәм Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына тапшырған.
Ғәмәлдә был Закон белем биреү ойошмаларының эшмәкәрлегенә бойондороҡһоҙ баһа биреү өлкәһендә дәүләт органдарының вәкәләттәренә ҡағыла. Улар мәғариф тармағындағы эшмәкәрлек шарттарының сифатына баһа бирә. Әммә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың аңлатмаһына ярашлы, Федераль закондың ҡайһы бер статьяларында белем биреү эшмәкәрлегенең сифатына бойондороҡһоҙ баһа биреү тураһында иҫке төшөнсәләр һаҡланған, шарттар иҫәпкә алынмаған. Яңы проект иһә ошо етешһеҙлекте бөтөрөүгә ҡағыла.
Закон проектын ҡарағанда Рәсәй Хөкүмәте, Дәүләт Думаһының Белем биреү һәм фән тураһында комитеты беренсе уҡыуҙа уға ыңғай баһа биргән.