Закон проекты Дәүләт Думаһына тәҡдим ителде07.01.2019
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Рәсәй Федерацияһында баһалау эшмәкәрлеге тураһында”ғы Федераль законға һәм “Дәүләт кадастр баһаһы тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте.

– Күсемһеҙ милеккә кадастр баһаһы өлкәһендә, ҡағиҙә булараҡ, бәхәс, фекер айырмалыҡтары йыш тыуа. Бындай мәсьәләләр судтарҙа ла күп ҡарала, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Актуаль булмаған кадастр хаҡына ҡарата дәғүә белдереү тәртибен көйләгән ҡануниәттә лә етешһеҙлектәр байтаҡ. Әлеге закон сығарыу башланғысы уларҙы төҙәтеүгә йүнәлтелә. Проект хупланһа, объектив баһа, ошо өлкәлә ғәҙеллек тәьмин ителәсәк.


Вернуться назад