Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияһында закон проекттары буйынса башҡарыласаҡ эшмәкәрлегенең өлгө программаһы раҫланды.
Әле был программаға 55 республика законы проекты индерелгән. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы, “2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетының үтәлеше тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проекттары бар.
Парламент Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, 36 закон проекты – беренсе, ҡалғандары иһә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡараласаҡ. Яҙғы сессияла шулай уҡ Контроль-иҫәп палатаһының, Хөкүмәттең, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәренең докладтарын тыңлау күҙаллана.