Бөгөн — студент, иртәгә — белгес06.01.2019
Йәштәр — беҙҙең киләсәк, тигән лозунг нисек кенә яңғырауыҡлы яңғырамаһын, бөгөн дә ысынбарлыҡҡа тап килә. Бигерәк тә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә был хаҡта асыҡ әйтте. Шуныһы ҡыуаныслы: күп райондарҙа студенттарҙың ҡышҡы каникул көндәрендә район хакимиәте етәкселәре йәштәр менән “галстукһыҙ” осрашыуҙар үткәрҙе.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белем алған ҡыҙ һәм егеттәр менән осрашты. Ике яҡлы диалог бик фәһемле булды. Хакимиәт башлығы йәштәрҙе райондың тормошо менән таныштырҙы, киләсәккә уй-пландары менән уртаҡлашты һәм уҡыуҙы тамамлағас, уларҙы тыуған яҡтарына ҡайтырға саҡырҙы. “Һеҙгә бар яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ”, — тине ул.

Йәштәр үҙ сиратында бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм студенттар, уҡыусылар өсөн форум үткәреү теләген белдерҙе.




Вернуться назад