Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән РФ субъекттарының контроль-иҫәп органдарына һәм муниципаль берәмектәргә коррупцияға ҡаршы талаптар тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Проект БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан эшләнеп, РФ Дәүләт Думаһының түбәнге палатаһына тәҡдим ителгән. Декабрь аҙағына ул өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителгән, Федерация Советы ла уны хуплаған.