Ил Президенты Владимир Путин водителдәргә, белдереү ҡағыҙы почтала тотҡарланған осраҡта, юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн штрафты ташлама менән түләү хоҡуғын оҙайтҡан федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында урынлаштырылған.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, почта аша заказлы хат менән ебәрелгән ҡарарҙың күсермәһе тотҡарлыҡ менән тапшырылһа, штрафты 50 процент ташлама менән түләү рөхсәт ителгән 20 көнлөк срок оҙайтыла. Законда ташламалы осорҙо оҙайтыу алымдары аныҡ аңлатыла.
Был закон проектын Дәүләт Думаһына Рәсәй Хөкүмәте тәҡдим иткәйне.