Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Яңы йыл алдынан халыҡ менән осрашырға ваҡыт тапты. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә республикабыҙ етәксеһенең юлы Балаҡатай районына төштө.
Радий Фәрит улы урындағы халыҡ менән яҡындан аралашты, өлкәндәрҙең кәңәштәрен тыңланы, район етәкселәре менән төрлө сетерекле мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Балаҡатай районын киләсәктә үҫтереү, инфраструктура объекттарын төҙөү, яңы эш урындары булдырыу уртаға һалып һөйләшелде. Шулай уҡ Радий Хәбиров предприятиелар эше менән дә танышты, төҙөләсәк яңы микрорайонға һуғылды, етем балалар өсөн төҙөлөп ятҡан йортта булды, спорт һәм социаль объекттарҙы ҡараны.