Кисә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың илле икенсе ултырышы булды.
Көн тәртибенә барлығы 68 мәсьәлә сығарылды.
Тәүҙә Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың сығышы тыңланды. Ул 2011 йылда Башҡортостанда бала хоҡуғын, азатлығын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау темаһына арналды. Вәкил етемдәрҙең артыуы, ҡайһы бер учреждениеларҙа сабыйҙарҙың хоҡуҡтары боҙолоуы, шулай уҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы уҡытыу йәһәтенән хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.
Депутаттар “Башҡортостан Республикаһының закондар мониторингы”, “Эсәр һыу тураһында”ғы закондарға үҙгәрештәр индереү, сит илдәрҙең инвестиция эшмәкәрлеге кеүек 12 закон проектын ҡабул итте, бер нисә ҡала буйынса мировой судьяларҙы раҫланы.
“Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү”, “Башҡортостан Президентын һайлау” кеүек ике тиҫтәгә яҡын закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡаралды.
И. ХАҠОВ.