Башҡортостан парламенты Президиумы ултырышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды.
– Мөрәжәғәтнамә халыҡҡа еткерелгәс тә эш төркөмө төҙөлдө. Уның алдына йыл аҙағына тиклем тейешле саралар планын әҙерләү бурысы ҡуйылды, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. –Мөрәжәғәтнамә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына тәғәйенләнһә лә, асылда ул бөтә власть органдарына һәм республика халҡына йүнәлтелгән программа документын тәшкил итә.
Уның әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, план төҙөгәнде һәм раҫлағанды көтөп тормайынса, Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән ҡайһы бер бурыстарҙы үтәүгә шунда уҡ тотонғайны.