Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй Дәүләт Советының ирекмәндәрҙе һәм коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларҙы үҫтереүгә арналған ултырышында ҡатнашты. Унда Рәсәйҙәге Ирекмән йылы йомғаҡтары һәм ирекле хәрәкәттәрҙе артабан үҫтереү планы тикшерелде.
Владимир Путин әйтеүенсә, ирекле ойошмаларға киләсәктә лә булышлыҡ күрһәтеү күҙаллана. Ил Хөкүмәте 2025 йылға тиклем ирекмәнлекте үҫтереү концепцияһын төҙөнө. Коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға килгәндә, ил башлығы төбәк кимәлендә уларҙың проекттарына грант иҫәбенә ярҙам тәжрибәһен таратырға тәҡдим итте.