Ит етештереүгә ярҙам25.05.2012
23 майҙа Брянск өлкәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәргән ит малсылығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.
Сарала, илдәге ит малсылығы ҙур агросәнәғәт холдингтарын ойоштороу юлынан барырға тейеш, тип билдәләнде. Дмитрий Медведев Хөкүмәттә малсылыҡ комплекстары төҙөүгә оҙайлы инвестиция кредиттары биреү буйынса (15 йылға тиклем) процент ставкаларын субсидиялау мәсьәләһенең, шулай уҡ ҙур малсылыҡ проекттарын инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлегенең ҡаралыуы хаҡында һөйләне.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ сит ил ауыл хужалығы техникаһын үҙебеҙҙә етештереү зарурлығын да билдәләне.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад