“Башлыҡтар сәғәте”ндә — Әбйәлил һәм Йәрмәкәй26.12.2018
Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Башлыҡтар сәғәте”ндә Әбйәлил һәм Йәрмәкәй райондары етәкселәре менән осрашты. Унда муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади күрһәткестәре, халыҡты борсоған проблемалар, биләмәләрҙе үҫтереү планы, республика яғынан ярҙам саралары тикшерелде. Атап әйткәндә, медицина хеҙмәттәрен камиллаштырыу, райондарҙың инвестиция ҡеүәһен арттырыу темалары күтәрелде.

– Башланғыстарығыҙҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Иң мөһиме – улар ныҡлы уйланылған булһын һәм халыҡтың мәнфәғәтенә тап килһен, – тине Радий Хәбиров.


Әбйәлил районы башлығы Илдар Нафиҡов үҙәк район дауаханаһы эшен ойоштороуға һуңғы ваҡытта айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелеүе, бынан тыш, киләһе йыл бер нисә күләмле инвестиция проектын башларға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне. Йәрмәкәй районы башлығы Илшат Райманов иһә муниципалитетта демография мәсьәләләренең даими тикшерелеүе, күрелгән сараларҙың ыңғай һөҙөмтә биреүе тураһында белдерҙе.




Вернуться назад