Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты Рәсәй Президенты Хакимиәтендә һәм Красногорск мэры сифатында яҡшы мәктәп үткән тәжрибәле сәйәсмән тип билдәләне. Был турала ул Президент булып эшләүенең туғыҙынсы йылы йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында белдерҙе.
“Минеңсә, татар менән башҡорттан да яҡыныраҡ милләттәр юҡтыр. Беҙҙә һүҙҙәрҙең әйтелеше генә бер аҙ айырыла, – тине ул. – Башҡортостан – һәр йәһәттән үҙ-үҙен тәьмин итеүсе биләмә, илдең ҡеүәтле төбәге. Татарстан да шулай уҡ. Беҙгә дуҫ-татыу булырға, уртаҡ мәнфәғәттәрҙе яҡларға, нефть химияһы, машиналар комплекстарын үҫтерергә кәрәк”.