Сирек быуатлыҡ тарихы бар26.12.2018

Республиканың һайлау системаһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

1993 йылдың көҙөндә бөгөнгө Рәсәй дәүләтселеген формалаштырыу юлында ҡыйыу аҙымдар яһалды: бер нисә ай эсендә Федерация Советына һәм Дәүләт Думаһының тәүге саҡырылышына депутаттар һайлау ойошторолдо һәм үткәрелде, Төп Закон проекты һәм яңы Конституцияны ҡабул итеү буйынса бөтә халыҡтың тауыш биреүе ойошторолдо. Ошо процестар менән бер рәттән, илдең яңы һайлау системаһы формалаша барҙы. Быйыл ойошма сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы ваҡиғаға арналған саралар быйыл октябрҙә илдең баш ҡалаһы Мәскәүҙә, дәүләтебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла үтте. Ошо айҡанлы илдең һайлау системаһы торошо, уның урындағы үҙенсәлектәре, камиллашыу перспективалары хаҡындағы һорауҙар менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиевкә мөрәжәғәт иттек.

– Хәйҙәр Арыҫлан улы, Рәсәй һайлау системаһы барлыҡҡа килгән көндө аныҡ билдәләп буламы?
– Илебеҙҙең бөгөнгө һайлау системаһы, әлбиттә, бер көнлөк кенә ваҡиға түгел. Рәсәй Прези­дентының 1993 йылдың сентябре­нән алып декабренә тиклем ҡул ҡуйған указдары дәүләтебеҙҙең яңы һайлау системаһына нигеҙ һалды. Процесс иһә ошо уҡ йыл­дың сентябрендә башланды, Рәсәй Президенты Борис Ельцин тәүге күп партиялы һайлауҙар алдынан Федерация Советына һәм Дәүләт Думаһының беренсе саҡыры­лышына депутаттар һайлау буйынса Үҙәк һайлау комиссияһын формалаштырҙы. Артабан ошо уҡ комиссияға Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы проектын ҡабул итеү буйынса бөтә халыҡтың тауыш биреүен ойоштороу бурысы йөкмәтелде. 1993 йылдағы һайлау кампаниялары тамамланғас һәм яңы Конституция ҡабул ителгәс, 1993 йылдың 20 декабрендә Рәсәй Президентының “Рәсәй Федера­цияһында һайлау системаһын камиллаштырыу саралары тура­һында” Указы менән үрҙә телгә алынған комиссия даими нигеҙҙә эшләүсе Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тип үҙгәртелде.

– Бөгөнгө һайлау системаһын нисек баһалар инегеҙ?
– Илебеҙҙең һайлау системаһы тулыһынса демократия принциптарына нигеҙләнгән һәм үҙенең төп һыҙаттарында тотороҡло булып тора. Шул уҡ ваҡытта, йәнле организм булараҡ, ул даими камиллашыу кисерә. Һайлау систе­маһы сәйәси мәҙәниәттең үҫеүенә, заман технологияһы яңылыҡта­рына, йәмғиәт ихтыяждарына һәм көтөүҙәренә, уның үҫеш кимәленә яраҡлашырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, быйыл 30 октябрҙә һайлауҙы ойоштороусылар менән булған осрашыуында Рәсәй Президенты Владимир Путин билдә­ләгәнсә, һайлау систе­маһындағы барлыҡ үҙгәрештәр асыҡлыҡ, ғәҙеллек, үтә күренмәлелек принциптарын, уның ситтән килгән тәьҫирҙәрҙән бойондороҡһоҙлоғон нығытырға тейеш. Бер кем дә граждандарҙың ирекле рәүештә үҙ ихтыярын белдереүенә кәртә ҡуя алмай, уларҙың һайлауҙа белдергән фекерен үҙгәртергә хоҡуғы юҡ.
Әйтергә кәрәк, демократик һайлауҙар үткәреү буйынса күп йыллыҡ традициялары булған ҡайһы бер дәүләттәр менән сағыштырғанда, бер ни тиклем “йәшерәк” булһа ла, Рәсәй һайлау системаһының үҙ ҡаҙаныштары бар. Мәҫәлән, сит ил эксперттары Рәсәйҙә һайлау барышында видеокүҙәтеүҙе киң ҡулланыуҙың уникаль тәжрибәһе тупланғанын күп тапҡыр билдәләне. Донъяла тиңе булмаған “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһын булдырыу ҙа алға табан яһалған ҙур аҙымдарҙың береһе булды: был яңылыҡ теләһә ҡайһы кимәлдә уҙғарылған һайлау сараларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә уңышлы ҡулланыла.

– Рәсәйҙең һайлау систе­маһында Башҡортостан ниндәй урын биләй?
– Һайлаусылар (3 050 303 кеше) һәм участка һайлау комиссиялары (даими нигеҙҙә эшләгәндәре – 3391) һаны буйынса республика комиссияһы илдең тәүге ун төбәге иҫәбендә. Был иһә федераль һәм төбәк кимәлендәге референдумдар, төрлө кимәлдәге власть органдарын формалаштырыуҙа Баш­ҡортостан Республикаһы һиҙе­лерлек роль уйнай тип билдәләргә мөмкинлек бирә. Юҡҡа ғына республика күп тапҡыр Рәсәй субъект­тары һайлау комиссияларының эш тәжрибәһен берләштереү, уртаҡ­лашыу майҙансығы булараҡ һайланманы. Мәҫәлән, беҙҙең базала 1995 йылда Урал һәм Волга буйы төбәктәре комиссияларының рәйестәре һәм секретарҙары өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһына икенсе саҡырылыш депутаттарын һай­лауҙы ойоштороу буйынса махсус семинар уҙғарылды, 2014 йылда Волга буйы һәм Урал федераль округтарының һайлау комиссиялары рәйестәре өсөн семинар-кәңәшмә ойошторолдо. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының был саралары илдең һайлау комиссия­ларының көндәлек эшен һөҙөмтә­лерәк итеү йәһәтенән ҙур әһәмиәт­кә эйә булды. 2013 йылдың дека­брен­дә иһә Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы башланғысы менән Рәсәй субъекттары һайлау комиссияларының төбәк-ара хеҙ­мәт­тәшлеге тураһындағы киле­шеүгә нигеҙ һалынды, уға илдең 12 төбәгенең һайлау комиссиялары рәйестәре ҡул ҡуйҙы.

– Һеҙҙеңсә, ошо сирек быуат эсендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының иң ҙур ҡаҙаныштары тип нимәләрҙе атарға мөмкин?
– Беренсенән, ике тиҫтә йылдан ашыу осор – хаҡы булмаған һөнәри тәжрибә туплау осоро, шул иҫәптән хаталар һәм һынауҙар аша. Әлбиттә, ошо йылдар эсендә беҙ күп уңыштарға ла өлгәштек. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта федераль кимәлдә Рәсәйҙең һайлауҙар һәм референдумдар тураһындағы закондарын кодификациялау тура­һындағы фекерҙәр йышыраҡ яңғырай башланы. Беҙҙең республикала был йүнәлештәге эш 1990 йылдарҙың икенсе яртыһында уҡ башланғайны. Хәтерегеҙҙә булһа, 1997 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексы ҡабул ителде. Артабан, йәмғиәт­тәге һәм һайлау тураһындағы ҡануниәттәге үҙгәрештәр иҫәпкә алынып, уның яңы редакцияһы ҡабул ителде.

Республиканың һайлау систе­маһы йыш ҡына заман технологияларын һәм техникаһын һынау полигоны булып хеҙмәт итте. Мәҫәлән, 2003 йылда Башҡорт­остан Республикаһы Президентын һәм Рәсәй Дәүләт Думаһына дүртенсе саҡырылыш депутаттарын һайлау ваҡытында һайлау­сыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн әле генә барлыҡҡа килгән электрон ҡоролмалар – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) ҡулланылды. Анығыраҡ әйткәндә, ул ваҡытта баш ҡаланың Дим районы һайлау участкалары тап ошо ысул менән эшләне. Шуныһы ла мәғлүм: 2003 йылдан 2011 йылғаса КОИБ-тар Рәсәйҙең 34 субъектында ғына ҡулланылды.

– Рәсәйҙәге һәм, атап әйт­кән­дә, Башҡортостандағы һай­лау­ҙар ни тиклем асыҡ тип иҫәп­ләйһегеҙ? Һайлау комиссияларына үҙ эшендә ниндәй ҡыйын­лыҡтар менән осрашырға тура килә?
– Республикалағы һайлауҙар ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы үтә, уларҙың барыһы ла тормошҡа ашырылған. Һайлау комиссияла­рының эше һәр саҡ асыҡ, уларҙың теләһә ҡайһы ултырышында матбуғат саралары вәкилдәре ҡатнаша ала. Беҙ маҡсатлы рәүештә участкаларҙа КОИБ-тар һанын арттырабыҙ: был да һайлауҙар процесын асыҡ һәм ғәҙел үткәреүгә булышлыҡ итә.

Алға барыу процесы еңел була тигән уйҙан, ғөмүмән, йыраҡмын, бигерәк тә тотош дәүләттең һайлау системаһы формалашыуы һәм үҫеше хаҡында һүҙ барғанда. Был юлда төрлө ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар осрай, хаталар төҙәтергә лә тура килә. Билдәле булыуынса, һайлауҙар осоронда законлы булмаған агитациялау, тауыштарҙы һатып алыу, һайлау алды “бысраҡ”тарын таратыу, “административ ресурс” тигән төшөнсәне ҡулланыу факттары булғаны бар. Ошондай кире күренештәрҙе ҡабаттан булдырмау өсөн бихисап эш башҡарылды, һайлау ҡануниәте лә камиллаштырылды. Шулай итеп, хәҙер ҡануниәтте боҙғандарға яза ҡатыраҡ: енәйәт эшен асыуға тиклем. Һайлауҙа ҡатнашыусыларға талаптар көсәйтелде, кандидат­тарҙың биографияһы ентекле тикшерелә, һайлауҙарҙың финанс асыҡлығы контролдә тотола.

Һайлау комиссияларының составына килгәндә, бөгөн ағзалар­ҙың һаны 30 меңгә яҡын. Улар араһында төрлө белемле, төрлө һөнәр эйәләре бар; йәштәре лә, милләттәре лә, донъяға ҡараш­тары ла, сәйәси өҫтөнлөктәре лә төрлө. Ошонан сығып, беҙ хата­ларҙан һәм етешһеҙлектәрҙән азат түгел: ҡайһы саҡта законды боҙоу осраҡтары була. Әммә ышандыра алам: беҙҙең эшмәкәрлектә улар бер ваҡытта ла ҙур кимәлгә ет­мәне, тауыш биреү һөҙөмтәһенә йоғонто яһарлыҡ булманы. Һәр айырым осраҡ буйынса тикшереү ойошторолдо, ғәйеплеләр ҡану­ниәт­кә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырылды.

– Һайлауҙарҙың ҡануни база­һы ни тиклем камил? Үҙгәреш­тәргә ихтыяж бармы?
– Хәҙерге ҡануниәт һайлау процедураларын һайлау кампания­ларының төрлө этаптарында аныҡ көйләй. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙә­ләрҙең даими үҙгәреүе һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың – кандидаттарҙың, һайлау берекмәләре ағзаларының, шулай уҡ һайлау комиссияһы ағза­ларының эшендә ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтарға килтерә, был етди ҡаршылыҡҡа әүерелә. Ошо хаҡта октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияла ла әйтелде. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова үҙ сығышында һайлау ҡануниәтен камиллаштырыуҙың ҡайһы бер юлдарын билдәләне, шул иҫәптән ҡануниәтте кодифи­кациялауҙы, Рәсәй Федерация­һының Һайлау кодексын ҡабул итергә тәҡдим итте. Үҙ сиратында, был саралар һайлау процесын барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн дә асығыраҡ итер ине.

– Күптән түгел БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгә­рештәр индерҙе. Уның ҡайһы урындарына һайлаусыларҙың айырым иғтибарын йәлеп итергә теләр инегеҙ?
– Был ихтыяж “Һайлау хоҡуҡ­тарына һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарының референдумда ҡатнашыу хоҡуғына төп гарантиялар тураһында” Федераль законына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тыуҙы, Кодекстың ҡайһы бер пункт­тарын актуалләштереү талап ителде. Шулай итеп, республиканың Һайлау тураһындағы кодексына түбәндәге норма индерелде: уға ярашлы, РФ һәм БР Йәмәғәт палаталары Башҡортостандың дәү­ләт власы һәм урындағы үҙидара органдары­на һайлауҙар уҙғарғанда күҙәтеүсе­ләр билдәләү хоҡуғына эйә. Ко­декстағы тағы бер яңылыҡ – КОИБ ҡулланылғанда һайлаусы­ларҙың тауышын контроль иҫәпләү процесын үткәрмәү. Беҙ ғәмәлдә һынаныҡ: электрон ҡулланма һай­лаусыларҙың тауышын иҫәпләүҙе теүәл башҡара. Ҡабаттан ҡулдан иҫәпләү иһә, киреһенсә, “кеше факторы” ҡатнашҡан яңылышлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Шул уҡ ва­ҡыт­та бюллетендәрҙе ҡабаттан иҫәпләү мөмкинлеге һайлау процесында ҡатнашыусыларҙан нигеҙ­ле ялыу килгән осраҡта һаҡланып ҡала.

– Заман технологиялары һайлауҙар процесына ниндәй йоғонто яһаны? Киләсәктә интернет аша һайлау мөмкинлеге хасил булмаҫмы?
– Заман технологиялары тәүге сиратта һайлау комиссияһы ағза­ларының хаталарын кәметеүгә булышлыҡ итә, “кеше факторы”ның һайлау һөҙөмтәһенә тәьҫирен аҙайта. Әлбиттә, бындай хәл кешеләрҙең арыуынан, шул уҡ ваҡытта һайлау процесына маҡ­сатлы рәүештә тәьҫир итергә маташыуынан да килеп сығыуы ихтимал. Техника иһә был ғәмәл­дәрҙе юҡҡа сығара. Икенсе яҡтан, яңы технологиялар һайлау проце­сының тиҙлеген дә арттыра, һай­лау комиссияһы ағзаларының эшен еңеләйтә.

Интернет аша һайлау мөмкин­легенә килгәндә, дәүләтебеҙҙең һайлау системаһына 25 йыл тулыу айҡанлы Мәскәүҙә үткән фәнни-ғәмәли конференцияла заман технологиялары хаҡында ла күп әйтелде. Кәрәҙле телефон, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы, биометрик мәғ­лүмәттәр ярҙамында һайлау мөмкинлектәре хаҡында тәҡдим­дәр индерелде. Әлбиттә, бындай яңылыҡтар менән иң тәүҙә айырым категорияға ҡараған граждандар файҙаланасаҡ. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта йәшәүселәр һәм эшләү­селәр. Илебеҙҙә иһә бындай үҙгәрештәр әле генә индерел­мәйәсәк, күнегелгән һайлау саралары ҡулланыласаҡ.

– Йомғаҡлау урынына һайлау системаһының яҡын перспективалары хаҡында ишетергә ине.
– Рәсәйҙең һайлау системаһы заманға ярашлы ҡануниәткә нигеҙләнеп эшләй, уның ойоштороу һәм технологик тәьминәте донъяның алдынғы өлгөләренә тап килә. Һайлау системаһы, тормош кеүек, бер урында тормай, тармаҡты артабан да камиллаштырыу, унификациялау ихтыяжы бар. Шулай уҡ һайлау системаһын, заман талаптарына ярашлы, техник һәм кадрҙар йәһәтенән тәртипкә килтереү; төрлө категориялы граждандар ихтыярын белдергәндә ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү, депутатлыҡҡа кандидат­тарҙы күрһәтеү һәм теркәү процесын ябайлаштырыу кеүек проблемалар көнүҙәк. Әлбиттә, һайлау системаһының төп бурысы булып ҡануниәткә тулыһынса ярашлы һайлауҙар үткәреү ҡала. Ғөмүмән, илебеҙҙең һәм республиканың һайлау системаһы замандың барлыҡ үҙгәрештәре менән бергә атлай; һәр ваҡыт асыҡлыҡ, ғәҙеллек, легитимлыҡ принциптарына таянып, төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы үткәрергә әҙер.


Вернуться назад