Ҡануниәт үтәлергә тейеш25.12.2018
Ҡануниәт үтәлергә тейешРәсәйҙең Ер кодексы муниципалитеттарға ер буйынса контроллек итеү вәкәләте бирә. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата муниципаль инспекторҙар ер ҡануниәте үтәлешен асыҡлау өсөн 6520 тикшереү ойошторған. Улар һөҙөмтәһе буйынса 3813 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 3756 күрһәтмә бирелгән, 1465 осраҡ буйынса эш яйға һалынған.

Башҡортостан буйынса “Росреестр” идаралығына 869 тикшереү эше тапшырылған. Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса 470 административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған, 5599,51 мең һумлыҡ штраф һалынған.

Әлеге ваҡытта муниципаль органдарҙың ер буйынса контроллек итеүҙә көстө кәметеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Күмертау, Октябрьский ҡалалары, Өфө, Иглин, Белорет, Учалы райондарында был йәһәттән эш көйлө ойошторолған.



Вернуться назад