“Вся Уфа” продюсерлыҡ үҙәге директоры итеп Азамат Әлмөхәмәтов тәғәйенләнде. Бөгөн был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.
“Азамат Әлмөхәмәтов – тележурналистикала бик ҙур тәжрибә туплаған кеше. Ул – “Вся Уфа” ҡала телеканалын булдырыусыларҙың береһе. Каналды артабан да үҫтереү йәһәтенән уңышлы эшләрендә бер кем дә шикләнмәй”, – тине ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.
Азамат Әлмөхәмәтов 1971 йылда Ишембайҙа тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлаған.
Йәш сағынан уҡ телевидениела эш башлап, төрлө яуаплы вазифалар биләй. 1999 йылда “Вся Уфа” каналын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм ун йыл дауамында унда директор урынбаҫары булып эшләй. Артабан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында телевидение буйынса директор урынбаҫары була. Яңы урынға тәғәйенләнгәнсе “Госстрой-Менеджмент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр директоры вазифаһында эшләй.