Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Законды төҙөүҙә ҡатнаш” проектын тормошҡа ашыра. Башҡортостан халҡы федераль һәм республика ҡануниәтен камиллаштырыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерә ала.
– Проект һәр кешегә Рәсәй һәм Башҡортостан ҡануниәтенең социаль һәм иҡтисади өлкәләрен камиллаштырыу мөмкинлеген бирә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Граждандың тәҡдиме әһәмиәтле тип табылһа, парламенттың профилле комитеты уның нигеҙендә закон проектын төҙөйәсәк. Республика халҡын эштә әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереү буйынса кәңәштәр көтәбеҙ.
Тәҡдимдәрҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың http:gsrb.ru/ru/internet-reception/send сайты,
[email protected] электрон почтаһы, йәки 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса хат аша еткерергә мөмкин.