Йәш белгескә ышаныс күрһәтелде25.12.2018
Йәш белгескә ышаныс күрһәтелдеӨфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр эштәре комитеты рәйесе итеп Роман Янгуров тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул ошо комитет рәйесе вазифаһын башҡарған, бер үк ваҡытта рәйес урынбаҫары ла булып эшләгән.

Роман Олегович Янгуров 1986 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр ялы үҙәгендә педагог булып башлаған. Унан һуң муниципаль мәғлүмәт-технология үҙәгендә эшләгән. Һуңыраҡ баш ҡала хакимиәтенең Иҡтисад идаралығына эшкә күскән.





Вернуться назад