Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә ил Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Ултырышта 2018 йылда милли проекттарҙы төҙөү йомғаҡтары һәм киләһе йылдарҙа уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса пландар тикшерелде. Премьер-министр әйтеүенсә, 12 милли проектты, магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеүҙең комплекслы планын төҙөү буйынса эш тамамланған. Уларҙы ғәмәлгә ашырыуға киләһе өс йылда федераль ҡаҙнанан 5,7 триллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.