Ҡытайҙар беҙҙең хаҡта яҙа22.12.2018
Быйыл майҙа Башҡортостандың “Республика Башкортостан” гәзите менән Ҡытайҙың Аньхой провинцияһының “Аньхой жибао” баҫмаһы араһында мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Ошо көндәрҙә Ҡытай гәзитендә беҙҙең республика хаҡында “Башҡортостан – Рәсәйгә тәҙрә” тип аталған тәүге мәҡәлә донъя күрҙе. Үҙ сиратында “Респулика Башҡортостан” баҫмаһы ла уҡыусыларын Аньхой провинцияһының иҫтәлекле урындары, халҡының йәшәйеше менән таныштырҙы.

– Яҙғыһын республикабыҙға килгән Ҡытай делегацияһынан уларҙың эш сәфәренең маҡсаты менән ҡыҙыҡһынғайным. “Беҙ һеҙҙән өйрәнергә килдек”, – тип яуапланы ҡытайҙар. Шул саҡта уҡ уңышлы үҫештең төп шарттарының береһе уҡыу, өйрәнеү булыуы, ә был ғәмәлдең белемдән тыш мөмкин түгеллеге хаҡында уйланғайным. Үҙ-ара мәғлүмәт уртаҡлашыу – һәр хеҙмәттәшлектең тәүге этабы, – тип билдәләне республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.


– Гәзиттәр араһындағы хеҙмәттәшлек бер йылға иҫәпләнгән. Тәүге мәҡәләләр төбәктәр һәм илдәр тураһында дөйөм мәғлүмәт биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Артабан ике баҫмала ла тотош мәҡәләләр серияһы баҫыласаҡ, – тине “Респулика Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева.
Белешмә өсөн: Аньхой – Ҡытайҙың көнсығышындағы провинция. Майҙаны буйынса Башҡортостанға тиң тиергә була, ә халҡының һаны беҙҙән 17 тапҡырға күберәк: был провинцияла 70 миллиондан ашыу кеше йәшәй.



Вернуться назад