Өфөгә — кәңәшкә21.12.2018
Өфөгә Бөтә Рәсәйҙән ҡоролтай етәкселәре килә. Иртәгә ”Рәсәй төбәктәрендәге ҡоролтайҙар эшмәкәрлегендә яңы йүнәлештәр һәм мөмкинлектәр” тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Көн тәртибенә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан мәҙәниәт һәм мәғариф сараларын үткәреү, 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек, ҡоролтайҙар эшмәкәрлеген заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләре сығарыла, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов.



Вернуться назад