Республика йортонда Рәсәй сәйәсәт мәктәбе менән төп бизнес-тренерҙар командаһы башланғысында муниципалитет етәкселәре һәм республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында сессия үтте. Сара “Башҡортостан өсөн ун алға китеш идеяһы” девизы аҫтында уҙғарылды.
— Ғәҙәти булмаған әүҙем сара ойошторолдо, — тине Рәсәй сәйәсәт мәктәбе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. — Ул киләһе 2019 йылға теләктәр яҙылған Ҡыш бабайға хат менән башланып китте. Уны уҡытыусылар, табиптар, йәштәр, студенттар, өлкәндәр, агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәр исеменән муниципаль берәмек башлыҡтары яҙған. Ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында сағылдырылған төп ете йүнәлеш буйынса үткәрелгән фасилитация сессияһы муниципалитет башлыҡтарында ла, Хөкүмәт ағзаларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм үҙенсәлекле тәҡдимдәр, идеялар менән тамамланды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уларҙың бер өлөшөн ҡарауға алды ла инде.