Башҡортостан Хөкүмәте 2012–2020 йылдарға республикала урман хужалығын үҫтереүҙең айырым маҡсатлы оҙайлы программаһын раҫланы. Документты Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы эшләгән, ул шулай уҡ дәүләт заказсыһы ла булып тора.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, биш ярҙамсы программа урман хужалығын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ундайҙарға кадрҙар һәм фәнни-техник тәьминәт, урманды һөҙөмтәле файҙаланыу, урман реестрын алып барыу, урманды һәм янғынды күҙәтеү, урманды тулыландырыу, уны зарарлы организмдарҙан, башҡа кире факторҙарҙан, янғындан һаҡлау инә.
Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге 34 күрһәткес буйынса баһаланасаҡ. Документ өс этапта тормошҡа ашырыла. 2014 йылға тиклем иҫәпләнгән тәүге этап төбәктә янғын һәм санитария хәүефһеҙлеге йәһәтенән һөҙөмтәле системалар ойоштороуға, иҫәп реестры алып барыуға, матди-техник базаны нығытыуға, урманды тулыландырыуға йүнәлтелә. 2015–2017 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ икенсе этап ҡуртым мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙе, урман ҡоролошон, юл һалыуҙы, шулай уҡ янғын күҙәтеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләрен күҙ уңында тота.
2018–2020 йылдарҙы үҙ эсенә алған һуңғы өсөнсө этапта урманға дәүләт инвентаризацияһы системаһын, Башҡортостанда берҙәм генетика-селекция комплексын ойоштороу ҡарала.
Л. ФӘРИТОВА.