“Тулыһынса әҙербеҙ, тип әйтеп булмай”20.12.2018
Башҡортостан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге күләмле үҙгәрештәргә техник яҡтан әҙер түгел. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе Секретары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев фракция ултырышында ошо турала белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, киләһе йылдың 1 ғинуарынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы үҙгәртеп ҡороласаҡ. Әлегә тиклем сүп-сарҙы ситкә сығарыу өсөн муниципалитеттар яуап бирһә, яңы йылдан иһә был эште дүрт төбәк операторы башҡарасаҡ. Улар менән ун йылға килешеү төҙөлдө.

– Урындарҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ, халыҡ нормативтар һәм тарифтар хаҡында аҙ хәбәрҙар, төбәк операторҙары ла эштең асылына төшөнөп етмәгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһы реформа үткәрелгән урындарға етди иғтибар бирәсәк, – тине парламент Рәйесе.

Уның әйтеүенсә, өс-дүрт айҙан партияның депутаттар корпусы мәсьәләне тикшереүгә әйләнеп ҡайтасаҡ. Шунда реформаны тормошҡа ашырыуҙың етешһеҙлектәре асыҡланып, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу йәһәтенән башҡарырға тейешле эштәр билдәләнәсәк.




Вернуться назад