Түрәләргә бүләк биреү тыйыла20.12.2018
Башҡортостандың Юғары суды дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренә бүләк биреүҙе тыя, ә түрәләр иһә күрһәткән хеҙмәте өсөн әжер алмаҫҡа бурыслы. Был - Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан айырыуса әһәмиәтле иҫкәртеү.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, закон рәсми сараларҙа алынған бүләктәргә ҡағылмай. Башҡа төр бүләктәр алыу хеҙмәткәргә ҡарата ышаныс юғалып, уның эштән ҡыуылыуына килтереүе мөмкин. Ә ришүәт өсөн закон алдында яуап тоторға тура киләсәк.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итеүенсә, вазифалы кешеләргә хеҙмәттән тыш ваҡытта ла бүләк алыу тыйыла.

Бөтә тыйыуҙар Рәсәй Федерацияһының ришүәтселеккә ҡаршы ҡануниәтен үҫтереү маҡсатында индерелә.



Вернуться назад