Уругвай менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ24.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда ANCAP дәүләт компанияһы етәксеһе Рауль Фернандо Сендик Родригес етәкселегендәге Уругвай делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе.
Сит ил ҡунаҡтары Өфөгә эш сәфәре менән килгән. Улар республиканың сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте менән таныша, “Газ. Нефть. Технологиялар-2012” күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Рөстәм Хәмитов Уругвай делегацияһына халыҡ-ара күргәҙмәгә килгән өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Республика компаниялары етәкселәре менән бер нисә осрашыу уҙғарасаҡһығыҙ. Һөйләшеүҙәр уңышлы булыр, тип ышанам, — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, яғыулыҡ-энергетика комплексы, машиналар эшләү, нефть химияһы һәм геология разведкаһы хеҙмәттәшлек өсөн төп йүнәлештәргә әүерелә ала.
— Һеҙҙең корпорацияның аҙыҡ-түлек, шәкәр етештереү менән шөғөлләнеүен беләм. Беҙгә хеҙмәттәшлектең бөтә йүнәлештәре лә ҡыҙыҡлы. Һеҙҙә инвестиция шарттары яҡшы. Беҙгә хеҙмәттәшлекте документ менән нығытырға кәрәк, — тине артабан Рөстәм Хәмитов. — Минеңсә, беҙҙең министрлыҡтар менән һеҙҙең компанияғыҙ араһында меморандумға ҡул ҡуйыу артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн яҡшы нигеҙ буласаҡ.
Үҙ сиратында Рауль Фернандо Сендик Родригес Башҡортостанға саҡырғаны өсөн республика башлығына рәхмәт белдерҙе.
— Уругвай яғыулыҡ компанияһына һигеҙ йыл етәкселек итәм. Илдә иң ҙурҙан һаналған предприятиебыҙ биояғыулыҡ, аҙыҡ-түлек етештереү һәм нефть химияһы менән дә шөғөлләнә. Телгә алынған өлкәләрҙең барыһында ла Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек булдыра алабыҙ, тип уйлайым, — тине Уругвайҙың рәсми делегацияһы башлығы.
МӘҒЛҮМӘТ: ANCAP — Уругвайҙың ҙур сәнәғәт дәүләт компанияһы. Йыллыҡ тауар әйләнеше 1 миллиард доллар тәшкил итә. Ул алкоголле эсемлектәр, төрлө яғыулыҡ, цемент етештереүгә, шулай уҡ нефть һәм нефть продукттарын эшкәртеү һәм һатыуға контроллек итеү хоҡуғына эйә.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад