Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында ведомство етәксеһе Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эш осрашыуы булды.
Сара ваҡытында республиканың сәнәғәт предприятиелары үҫеше, индустрия өлкәһендә стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров министрлыҡҡа Башҡортостанға булған иғтибары һәм төбәк предприятиеларына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ “Өфөкабель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тураһында һүҙ булды, ойошма илдә кабель продукцияһы етештергән эре предприятиеларҙан иҫәпләнә.
Бынан тыш, Денис Мантуров менән Радий Хәбиров Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше тураһында һөйләште. Рәсәйҙең Энергетика менән Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары бергәләп “Энергия эффективлығы һәм энергетика үҫеше” дәүләт программаһының “Газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше” ярҙамсы программаһы концепцияһы проектын һәм дәүләт ярҙамын күҙ уңында тотҡан 2019-2024 йылға пландар сараһын әҙерләгән.
Денис Мантуров артабан да Башҡортостан предприятиеларына дәүләт ярҙамы күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.