Хөкүмәт тә, Хакимиәт тә яңырҙы24.05.2012
Илгә Владимир Путиндың етәкселек итә башлауына һәм Дмитрий Медведевтың Премьер-министр вазифаһына тәғәйенләнеүенә бәйле федераль Хөкүмәттә һәм Рәсәй Президенты Хакимиәтендә үҙгәрештәр булды. Юғары власть органдарының яңы составы хаҡында дөйөм мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
Хәҙерге Министрҙар Кабинетында Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһы берәү генә һәм уны Игорь Шувалов биләй. Шулай ҙа “ябай” вице-премьерҙар байтаҡ: Дмитрий Козак, Владислав Сурков, Александр Хлопонин, Аркадий Дворкович, Дмитрий Рогозин һәм Ольга Голодец. Күреүебеҙсә, тәүге бишәүһенең вәкәләттәре һаҡланған, Ольга Голодец ҡына — кабинеттағы яңы кеше.
Министрҙарға килгәндә, финанс министры — былтыр Алексей Кудринды алмаштырған Антон Силуанов, спорт министры — шул уҡ Виталий Мутко, энергетика министры — Александр Новак, иҡтисади үҫеш министры — Андрей Белоусов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры — Максим Топилин, транспорт министры — Максим Соколов, ауыл хужалығы министры — Николай Федоров, элемтә һәм киң коммуникациялар министры — Николай Никифоров, төбәктәр үҫеше министры — Олег Говорун, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү министры — Виктор Ишаев, сәнәғәт һәм сауҙа министры — Денис Мантуров, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры — Сергей Донской, мәғариф һәм фән министры — Дмитрий Ливанов, мәҙәниәт министры — Владимир Мединский, һаулыҡ һаҡлау министры — Вероника Скворцова, юстиция министры — ҡасандыр Башҡортостан Прокуроры булып эшләгән Александр Коновалов, оборона министры — Анатолий Сердюков, сит ил эштәре министры — Сергей Лавров, эске эштәр министры — Владимир Колокольцев, асыҡ хөкүмәт менән элемтә министры — Михаил Абызов. Күреүебеҙсә, Хөкүмәт ныҡ ҡына яңырған.
Яңы командаға инмәгән кешеләрҙе лә артыҡ йыраҡ ебәрмәгәндәр. Уларҙың күпселеге Рәсәй Президенты Хакимиәтенә эшкә күскән һәм тиҫтәгә яҡыны Президенттың ярҙамсыһы йәки кәңәшсеһе булып китте. Хөкүмәт менән хушлашҡандар араһынан иң билдәлеләре тип Эльвира Нәбиуллина, Татьяна Голикова, Рәшит Нурғәлиев, Юрий Трутнев, Игорь Щеголев, Андрей Фурсенко һәм Игорь Левитиндарҙы атап үтергә мөмкин. Президент Хакимиәте етәксеһе итеп Сергей Иванов тәғәйенләнде.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад