Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Сығыштың урыны һәм йөкмәткеһе буйынса был Мөрәжәғәтнамә беҙҙең өсөн яңылыҡ булып тора, унда һәр проблема тәғәйен билдәләнгән. Төбәк етәксеһе мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, йәштәр һәм социаль сәйәсәт буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Төбәктең милли проекттарҙа ҡатнашыуының мөһимлеге лә телгә алынды. Бөтә ынтылыштарҙың нигеҙе, тәбиғи – иҡтисад. Был осраҡта инвесторҙар һәм федераль аҡсаны йәлеп итеү, республикабыҙҙың ғәйәт ҙур иҡтисади ҡеүәтен эшкә егеү зарурлығы тыуа. Ошо ҙур эште эҙмә-эҙлекле рәүештә башҡарыу һөҙөмтәһендә халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелергә тейеш.
Республикаға етәкселек итә башлауының тәүге көндәренән үк Радий Хәбиров үҙен төбәгебеҙ өсөн янып йөрөгән, унда йәшәүселәрҙең ихтыяжын тәрән аңлаған кеше итеп күрһәтте. Бөгөн залда Башҡортостандың төрлө райондары һәм ҡалаларынан, төрлө йәштәге һәм ҙур уңышҡа өлгәшкән кешеләрҙең ултырыуы бик һәйбәт күренеш булды. Был республикабыҙҙың төп байлығы кешеләр икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Беҙ, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған төп тезистар буйынса эш башланыҡ та инде. Ундағы бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашырылмай ҡалырға тейеш түгел.