Эшҡыуарлыҡ асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейеш18.12.2018
Рәсәй-Ҡытай йәштәр бизнес-инкубаторы етәксеһе, эшҡыуар Иван Абрамов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яһаған тәүге Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

– Эшҡыуар булараҡ мин аныҡ эштәргә һәм һөҙөмтәләргә ышанып өйрәнгәнмен. Тормошта башлыса үҙеңә таянырға кәрәк, тигән ҡараштамын. Әммә бөгөн республиканың социаль, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә яһалған тәүге аҙымдар, кадрҙар сәйәсәтендәге үҙгәрештәр һүҙ артында аныҡ эштәр тороуы хаҡында һөйләй. Мөрәжәғәтнамәлә муниципалитет башлыҡтарын инвестиция йәлеп итеүгә һәләтлелек йәһәтенән баһалаясаҡтары тураһындағы билдәләмә ҡыҙыҡлы булды. Һуңғы ике йылда Ҡытай менән бәйләнештәр урынлаштырыуға иғтибар артҡайны. Уларҙың да республикаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы көслө, хәҙер тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинлектәр асылыр тип уйлайым.


Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар, мәҫәлән, мөрәжәғәт итеү өсөн “берҙәм тәҙрә” алымы булдырыу бик яҡшы буласаҡ. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн дә кәрәк, минеңсә.

Милли проекттар сиктәрендә республикаға ярайһы уҡ ҙур күләмдә аҡсалар күсәсәге лә яҡшыға өмөтләнергә нигеҙ булып тора. Әммә был йүнәлештәге эштәр асыҡлыҡҡа, ғәҙел алымға ҡоролорға тейеш, – тине йәш эшҡыуар.



Вернуться назад