Тәҡдимдәр көтөлә18.12.2018
Ағиҙел ҡалаһындағы, Ейәнсура районындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.

Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып егерме көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.



Вернуться назад