Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға беренсе мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итәсәк.
Унда Радий Фәрит улы төбәк үҫешенең алдағы һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән перспективаларының стратегик йүнәлештәрен билдәләйәсәк. Тантана тәү тапҡыр "Торатау Конгресс-холда" үтәсәк.
Сараның тура трансляцияһын "БЮТ", "Башкортстан 24" телеканалдары, “Спутник ФМ”, “Юлдаш” радиостанциялары алып барасаҡ. Шулай ук "bash.news "сайтында, “БЮТ Youtube” каналында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә интернет-трансляция ойоштороласаҡ.
Сара 18 декабрдә 10.00 сәгаттә башлана.