Рөстәм Хәмитов — Попечителлек советы ағзаһы06.12.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре комитетының Попечителлек советына инде. Спорт ойошмаһы идараһының 1 декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарылған ултырышында республика башлығының кандидатураһы бер тауыштан раҫланды.
Ултырышта шулай уҡ комитеттың Попечителлек советы тураһындағы положение раҫланды һәм 2012 йылға эш планы тикшерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Өфө 2021 йылда милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса Бөтә донъя уйындары үткәреүгә дәғүә итә. Комитет рәйестәше Геннадий Алешин етәкселегендәге делегация республикабыҙ баш ҡалаһының Бөтә донъя уйындары үткәреү хоҡуғына конкурста ҡатнашыу мөмкинлектәрен тикшереү маҡсатында 10 ноябрҙә Өфөгә килгәйне. Осрашыу йомғаҡтары буйынса заявка биреү комитеты ойошторорға ҡарар ителде. Ул тейешле документтар һәм таныштырыу материалдары әҙерләү менән шөғөлләнәсәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА.