Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән Максим Забелинды республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
Максим Васильевич Забелин 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһенең Суджа ҡалаһында тыуған. Санкт-Петербургтағы Хәрби-медицина академияһын, уның интернатураһын, Оборона министрлығының Табиптарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын тамамлаған. Медицина фәндәре докторы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Оборона министрлығының Курск ҡалаһындағы авиабазаһында медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Оборона министрлығының гарнизон госпиталендә өлкән ординатор, база госпиталендә бүлек начальнигы, Табиптарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт институтында доцент, Мәскәүҙең 67-се дауаханаһында табип-онколог, 50-се дауаханаһында бүлек мөдире, Мәскәү өлкә онкология диспансерында баш табип урынбаҫары, А.И. Бурназян исемендәге биофизика үҙәге институтында кафедра мөдире, ошо үҙәктең баш табибы булып эшләй. 2017 – 2018 йылдарҙа – Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе урынбаҫары. 2018 йылда – Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары.