“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. – Радий Хәбиров Торатауҙы яҡлап ҡала алды, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан сода компанияһы менән дә уртаҡ тел тапты. Шуның менән меңәрләгән эш урыны һаҡланып ҡалды”.