Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде13.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Лира Закуан ҡыҙы Иғтисамова 1977 йылдың 15 июнендә Туймазы ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы аспирантураһын, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Башҡортостандың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында башлай. Төрлө йылдарҙа “Исмерита” күсемһеҙ милек үҙәгендә иҡтисадсы, баш иҡтисадсы, Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә баш белгес, төп консультант, баш консультант, советник, бүлек мөдире була. 2012—2018 йылдарҙа республика финанс министры урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.



Вернуться назад